+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
30 Август 2022, 09:33

Йыр бәйгеһендә ҡатнаш!

Башҡортостан Республикаһында тәүге тапҡыр композиторҙар һәм йырсы шағирҙар араһында «Геройҙар ваҡыты» тигән Бөтә Рәсәй асыҡ йыр конкурсы ойошторола.

Йыр бәйгеһендә ҡатнаш!
Йыр бәйгеһендә ҡатнаш!

Ҡатнашыусыларҙың (йәш сикләүҙәре юҡ) эше һәм заявкаһы 2022 йылдың 15 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Уларҙы [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Гран-приға эйә булыусы 300 мең күләмендә аҡсалата бүләк аласаҡ. Шулай уҡ «Автор йыры», «Шиғыр авторы» һәм «Композитор» номинацияларында еңеүселәрҙе лә аҡсалата бүләк көтә.

Бәйге өс этапта уҙа:

I этап – һайлап алыу онлайн рәүештә 15 сентябрҙән алып 25 сентябргә тиклем;

II этап – ярымфинал: 4 октябрь 2022 йыл;

III этап – финал: 11 октябрь 2022 йыл.

Еңеүселәрҙең йырҙары Республика көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында яңғыраясаҡ. Байрамда Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов ҡатнашасаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт ошо төркөмдә бирелгән: https://vk.com/anok_dkp_rb.

Ойоштороусылар менән бәйләнеш:  электрон почта: [email protected]; телефондары: Полина  Дорохова – 8-917-383-28-83; Гүзәл Ғәзимова – 8-987-590-09-01.

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: