20 еңеүсе асыҡланып, уларға 50 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырылды. Шулай уҡ «Сәйәхәттән дә һәйбәтерәк» проекты буйынса Рәсәйҙең теләгән төбәгенә сәйәхәткә сығыу мөмкинлегенә эйә булдылар.
Еңеүселәр иҫәбендә Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһынан 3-сө гимназияның X синыф уҡыусыһы Алмаз Ғилфанов та бар. Ул – «Асыҡ йөрәк» отряды ирекмәне. Әйткәндәй, Алмаз – «Ҙур тәнәфес – 2021» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе. 200 мең һумлыҡ премияға лайыҡ булған. Ирекмәнлек, экология буйынса төрлө конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Э. РӘШИТОВА.