-2 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
14 Сентябрь 2023, 09:00

Өфө малайы уйынсыҡты боронғо ысул менән эшләй

Дуҫтар, бөгөн Өфөлә "Әйҙә уйнарға!" ("Айда играть!") Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестивале башланып тора, ә "Йәншишмә" гәзитендә "Үҙем эшләгән уйынсыҡ" конкурсы дауам итә! Беренсе ҡатнашыусыбыҙ – Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158- се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Рәсүл Миһранов. Ул хатта видеоға оҫталыҡ дәресе төшөрөп ебәргән.

Өфө малайы уйынсыҡты боронғо ысул менән эшләй
Өфө малайы уйынсыҡты боронғо ысул менән эшләй

– Элек, беҙҙең олатайҙар бәләкәй саҡта, уйынсыҡтар хәҙерге кеүек күп булмаған, шуға күрә уларҙы балсыҡ, һалам, һарыҡ йөнө, сыбыҡ кеүек тәбиғи материалдарҙан эшләгәндәр. Мәҫәлән, олатайым Нурулла Миһранов һалабаштан уйынсыҡ аттар яһап уйнарға яратҡан. Уның эшләнешен миңә лә өйрәтте. Олатайым Белорет районының Манышты ауылында йәшәй, –  тип яҙа Рәсүл.

Әйткәндәй, һалабашты йүкә ағасының ҡабығынан эшләйҙәр. Бының өсөн уны 4 – 5 аҙнаға һыуға батырып торалар.

Дуҫтар, һеҙ ҙә үҙегеҙ яһаған уйынсыҡ менән таныштырығыҙ һәм беҙҙең конкурста ҡатнашығыҙ!

Өфө малайы уйынсыҡты боронғо ысул менән эшләй
Өфө малайы уйынсыҡты боронғо ысул менән эшләй
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: