Уның төп сараһы "Аҡмулла вариҫы" сәсән-импровизаторҙар конкурсы булды. Бөрйән, Ғафури, Миәкә, Әлшәй райондарынан барлығы 25 сәсән ҡатнашты. 16 йәшкә тиклемгеләр араһында I урынға Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылынан Рамаҙан Шәйгәрҙәнов лайыҡ булды.
Өлкәндәр араһында Бөрйәндән Шәфҡәт Мәзитов Гран-при яулаһа, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан Рәсимә Мостафина I урынды алды. Мифтахетдин Аҡмулла исмендәге премия иһә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры Илдар Ғүмәровҡа тапшырылды.
Фото: vk.com.