+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
20 Февраль , 09:57

Ҡатнашыусыларға – өҫтәмә балл

Башҡортостан уҡыусыларын «АгроНТРИ – 2024” Бөтә Рәсәй конкурсында (“Аграр фән, технологиялар, үҫеш һәм инновациялар”) ҡатнашырға саҡыралар. Бәйге ауыл һәм бәләкәй ҡалалар мәктәптәренең V – XI синыф уҡыусылары өсөн үткәрелә.

Ҡатнашыусыларға – өҫтәмә балл
Ҡатнашыусыларға – өҫтәмә балл

Конкурста бер нисә йүнәлеш: “АгроКоптерҙар”, “АгроРоботтар”, “АгроКосмос”, “АгроМетео”, “АгроБио”, “ДоброПчёл”, “АгроВет”, “Агророверҙар”, “АгроСмарт”.

Бәйге бер нисә этапта уҙғарыла. Ситтән тороп төбәк этаптары 4 апрелдән башлана, көндөҙгө этаптар май – июндә үтә. Быйыл Башҡорт дәүләт аграр университеты “АгроРоботтар”, “АгроБио”, “АгроМетео” номинацияларын уҙғарыу майҙансығы булып сығыш яһай. Конкурстың финалы сентябрҙә уҙа, ә уның еңеүселәре “Инношкольник” программаһы сиктәрендә “Артек” Халыҡ-ара балалар үҙәгенә сменаға һайлап алыу үтә ала. Йәнә аграр вуз мәктәп тамамлаусы ҡатнашыусыларға һәм призёрҙарға БДИ-ға 5 – 10 балл өҫтәйәсәк.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: