– Зилә Рауил ҡыҙы, «Халиҡов уҡыуҙары» быйыл ниндәй маҡсаттар менән һәм нисәнсе тапҡыр үткәрелә?
– Тыуған илебеҙҙең, республикабыҙҙың тарихын, халҡыбыҙҙың милли йолаларын өйрәнеү, һәләтле балаларҙы асыҡлау, патриотик тәрбиә биреү маҡсатында беҙ уны етенсе тапҡыр үткәрергә йыйынабыҙ.
– Ниндәй темаларға эштәр ҡабул итәһегеҙ?
– Билдәле булыуынса, быйыл республикабыҙ, илебеҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған күп кенә шәхестәрҙең юбилейҙары билдәләнә. Ризаитдин Фәхретдинов, Таһир Күсимов, Миңлеғәле Шайморатов, Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов), Муллайән Халиҡов, Раил Кузеевтарға бағышланған, «Һуғыш тарихы – минең ғаиләм күҙлегенән», «Улар Ленинградты яҡланы», «Ғаиләм тарихы» темаларын яҡтыртҡан номинациялар иғлан иттек.
Ә кроссворд төҙөргә яратыусылар Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арналған эштәрен ебәрә ала.
– Фәнни-ғәмәли конференция, белеүемсә, һеҙҙең тәҡдим менән үткәрелә башлаған. Быға нимә этәргес булды?
– Уҡыусыларым менән дә, үҙемә лә төрлө конференцияларҙа ҡатнашырға тура килде. Шулай бай ғына тәжрибә туплағас, яҡташыбыҙ, Бүздәк ерендә тыуған, Башҡорт автономияһын төҙөүсе лидерҙарҙың береһе булған Муллайән Халиҡовҡа бағышланған конкурсты ойоштороуҙы кәрәк һәм мөһим тип таптым. Шунан инде 2019 йылда, Башҡорт АССР-ының төҙөлөүенә 100 йыл тулыуҙы билдәләгәндә, Башҡорт дәүләт университеты һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Бүздәк урта мәктәбе базаһында беренсе «Халиҡов уҡыуҙары»н үткәрҙек. Һуңғы йылдарҙа был сараны мәғариф һәм фән министрлығы етәкселегендә ойошторабыҙ.
– Конкурс талаптары нисегерәк? Ниндәй эштәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Үҙенсәлекле, положение талаптарына тулыһынса тура килгән эштәрҙең авторҙарын йомғаҡлау этабына саҡырабыҙ. Уҙған йылда республиканың төрлө төбәгенән 492 эш ҡабул иттек, 147-һе еңеүсе һәм призёр булды. Айырыуса Әлшәй, Ейәнсура, Фёдоровка, Дүртөйлө, Дәүләкән райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан ҡатнашыусылар күп булды.
– Зилә Рауил ҡыҙы, конференцияла ҡатнашырға теләүселәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Ҡәҙерле уҡыусылар, һеҙ Башҡортостаныбыҙҙың тарихын белеп үҫергә тейешһегеҙ. Әгәр ҙә күренекле шәхестәребеҙгә бағышланған тикшеренеү эштәре башҡарһағыҙ, беҙгә ебәрегеҙ. Тәүге этап 7 мартҡа тиклем бара. Уңыштар теләйем!
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Илеш районы, Исәмәт мәктәбе.