+2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
20 Март , 15:55

Бер мәктәптән – өс еңеүсе!

 Туймазы районы Иҫке Туймазы мәктәбе уҡыусылары тыуған яҡты өйрәнеү буйынса "Тасимов уҡыуҙары" төбәк-ара ғилми-тикшеренеү һәм ижади эштәр конкурсында еңеүсе һәм призер булған.

Бер мәктәптән – өс еңеүсе!
Бер мәктәптән – өс еңеүсе!

Белем усағының VIII cиныф уҡыусыһы Лаура Фәрхетдинова – I урын, IX синыф уҡыусыһы Эльвина Сәфиуллина II урын алһа, ә IХ синыф уҡыусыһы Альбина Әхмәтова III урын яулап ҡыуанған. Улар Пермь крайының «Ҡоролтай» башҡорттар төбәк йәмәғәт ойошмаһының  Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәрен алған.

Бәйгегә уҡыусыларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лира Ғиниәтуллина әҙерләне.

 – Рудасы Исмәғил Тасимовҡа арналған ғилми-тикшеренеү эштәре бәйгеһе положениеһын мәктәптәргә Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Дамир Ибраһимов ебәргәйне.

Был бәйгенең ойоштороусылары – Пермь крайы «Ҡоролтай» башҡорттар төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Ғәйнә ырыуының "Тасим үҙәге" һәм Ҡуян мәктәбе коллективы.

Уҡыусыларға күп эш төрҙәре бирелде: "Тыуған ил тарихы", "Тыуған яҡ мәҙәниәте ", "Тыуған яҡ тәбиғәте " һәм " Экскурсоводтар". Ошо йүнәлештәр буйынса фәнни һәм ижади эштәр башҡарырға ине.

Ижади эштәрҙе онлайн яҡларға мөмкинлек булғас, беҙ бик алыҫ йәшәгәнлектән, уҡыусыларыбыҙ тыуған яҡ темаһын һайлап, ижади эштәрен "Тасимов уҡыуҙары" на ебәрҙе.

Лаура "Минең юлдарым" исемле эссе яҙҙы. Ә Эльвина "Тәбиғәт балалары" этюдын әҙерләһә, Альбина "Тәсбих тартып өйрәнәм" шиғырын һөйләне. Әлбиттә, уҡыусыларым ижад эштәрен башҡортса яҙҙы.

Еңеү ҙә оҙаҡ көттөрмәне. I, II, III урындар тик Туймазы районына бирелгәс, шатлығыбыҙҙың сиге булманы, – ти уҡытыусылары Лира Хәләф ҡыҙы.

Ҡыҙҙар башҡорт телен  яратып, тырышып өйрәнә.  Әйткәндәй, был уларҙың беренсе еңеүҙәре түгел. Улар быға тиклем дә "Солтангәрәев уҡыуҙары", "Кейекбаев уҡыуҙары" һәм "Игебаев уҡыуҙары "нда еңеү яулаған.

Шулай уҡ район байрамдарында, ауыл клубында матур сығыш яһап, һәләттәре менән һоҡландырып ҡына торалар икән. Афарин!

Ҡыҙҙар, һеҙгә уңыштар теләйбеҙ!

Бер мәктәптән – өс еңеүсе!
Бер мәктәптән – өс еңеүсе!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: