Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
5 Февраль 2025, 15:57

«ЙырАлыш»та кем алыҡ?

Был «ЙырАлыш» уйыны төрлө мәктәптәрҙә һәм райондарҙа үтә.

«ЙырАлыш»та кем алыҡ?
«ЙырАлыш»та кем алыҡ?

 «Көйҙө таны» телеуйынының башҡортса версияһы ул. Ике турҙа уҙғарылған бәйгенең шарттары буйынса башҡорт халыҡ йырҙарын, ретро, хәҙерге заман, башҡорт рок һәм рэп музыкаһы көйҙәрен танып, исемен һәм башҡарыусыһын әйтеү кәрәк. Әлеге ваҡытта «ЙырАлыш» уйынының республикала аналогы юҡ. Тәҡдим ителгән проект халыҡ йырын яҡлауға, популярлаштырыуға һәм танытыуға йүнәлтелгән. Ул башҡорт этносының рухи мираҫын һаҡлауға һәм артабанғы быуынға тапшырыуға булышлыҡ итә. Проекттың авторы – беҙҙең элекке йәш хәбәрсебеҙ Динара Мәҡсүд ҡыҙы Ғәлләмова.

Ял итеү үҙәгендә Әбйәлил йәштәре ойошмаһы менән бергә «ЙырАлыш» проектында студенттар һәм өлкән синыф уҡыусылары ҡатнашты. Ҡышҡы каникул мәлендә уҙғарылған был уйынды һәр кем һағынып көтөп ала. Ойошманың етәксеһе Шәфҡәт Ғәбитов уны бик оҫта алып барҙы.Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының командаһы иң-иңе булды. Улар ретро, халыҡ, заманса йырҙарҙы яҡшы белеүҙәрен иҫбатланы һәм I урынды алды. II урынды – Асҡар урта мәктәбенең йыйылма командаһы, III урынды Дәүләт мәктәбе командаһы яуланы. Әүҙем ҡатнашыусылар Маҡтау ҡағыҙҙары һәм приздар менән бүләкләнде. Әбйәлил йәштәре ойошмаһы ла үҙҙәренең махсус бүләктәрен тапшырҙы.

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас