I урын – Яҙгөл Шәйхолова, Ғафури районы Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбенең VII синыф уҡыусыһы, «Ҡарт олатайым» мәҡәләһе (етәксеһе – Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы Иҙрисова);
II урын – Ирхан Таһиров, Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбе, «Минең батырҙарым» (Гөлназ Мөхәмәҙи ҡыҙы Азаматова); Эмир Сабирйәнов, Туймазы районы Алексей Лысенков исемендәге 3-сө Серафимовка мәктәбенең II «Б» синыф уҡыусыһы, «Туймазының данлыҡлы улы» (Рәзифә Зәбир ҡыҙы Юлдашева); Диана Билалова, Өфөләге Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, «Афған һуғышын үткән» (Гөлнара Радик ҡыҙы Хисаева);
III урын – Илина Ғәлиева, Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназияның VII синыф уҡыусыһы, «Мәңге күңелдә» (Зифа Әфтәхетдин ҡыҙы Ноғоманова); Азалиә Кинйәбулатова, Әбйәлил районы Таһир Күсимов исемендәге гимназияның V «В» синыфы уҡыусыһы, «Олатайым менән ғорурланам» (Альбина Ринат ҡыҙы Мулләхмәтова); Тимур Ҡулбирҙин, Бөрйән районы Ҡолғана мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы, «Батыр олатайым» (Гүзәлиә Фәнил ҡыҙы Ҡулбирҙина).
Еңеүселәрҙе бүләкләү 4 июнь көндөҙгө 12-лә Совет урамы, 14-се йортта (Милли музей) үтә.
Конкурсҡа килгән мәҡәләләрҙең барыһы ла гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Эштәрегеҙ өсөн рәхмәт, дуҫтар! Бөтә ҡатнашыусыларға ла электрон Почёт грамоталары әҙерләнә.