Быйыл ярышта ҡатнашырға Өфөнән генә түгел, бөтә республиканан 34 команда теләк белдергән. Төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәрен сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү һәм эшләүсе халыҡ араһында өҫтәл теннисын популярлаштырыу маҡсатында үткәрелгән уйындарҙа ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта.
Элизабет Абраамян республикала талантлы спортсыларҙың күплеген билдәләне. Тантаналы сараны асыуҙа ҡатнашҡан дәүләт идаралығының цифрлы үҫеш министры Геннадий Разумикин иһә уйынсыларға уңыштар теләне. Өҫтәл теннисы һөйөүселәрҙән уларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
"Башнефть-Переработка" һәм "Астра" командалары спортсылары тәүге уйынын үткәрҙе лә инде. Еңеүселәр киләһе йылдың июнендә билдәле буласаҡ.
Автор фотолары.