Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
27 Ноябрь 2025, 11:03

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ!

Марк Солнцев - "Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре" бәйгеһенең сираттағы ҡатнашыусыһы.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ!
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ!

Мин, Марк Солнцев, Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт интернат-гимназияһының II "В" синыфы уҡыусыһы булам.
Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәйем. Төп белем алыуҙан тыш, Ишембай ҡалаһының музыка мәктәбендә ҡурай, вокал серҙәрен өйрәнәм. Шулай уҡ милли йәйәнән уҡ атыу түңәрәгенә яратып йөрөйөм һәм призлы урындар яулайым. Буш ваҡытымда урамда ҡалған бесәй, эттәрҙе ҡараған ирекмән апайҙарға ярҙам итәм. "Бәйләнештә" социаль селтәрендә үҙемдең блогымды алып барам: https://vk.com/club228934210.
"Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ", - ти өләсәйем, шуның өсөн тырышып уҡырға, йырларға, бейергә, уҡ атырға һәм башҡа бик күп төрлө шөғөлгә эйә булғым килә, ҡыҫҡаһы, батыр егет булып үҫергә теләйем.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ!
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ!
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ!
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас