+21 °С
Облачно
VKOKМакс
Бәйгеләр
4 Сентября , 07:30

Призёрҙар бүләкләнде

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығында «Экология — һәр кемдең эше» халыҡ-ара  балалар-үҫмерҙәр премияһының VI миҙгеле призёрҙарын бүләкләү тантанаһы үтте.

Призёрҙар бүләкләндеПризёрҙар бүләкләнде
Призёрҙар бүләкләнде

Был премия ҡатнашыусыларға тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса үҙ идеяларын тормошҡа ашырырға, йәмғиәттең иғтибарын тәбиғәт ресурстарын һаҡлау мәсьәләләренә йәлеп итергә һәм балалар менән өлкәндәрҙең көсөн берләштерергә мөмкинлек бирә. Шуға ла ул йыл һайын ойошторола.

- Кешеләрҙең тәбиғәтте һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға мөнәсәбәтен үҙгәртергә кәрәк. Үткән йылғы бәйге балаларыбыҙҙың экологик проблемаларҙы хәл итергә әҙер булыуын күрһәтте. Ә өлкәндәрҙең бурысы - уларҙы борсоған мәсьәләләргә иғтибар итеү, - тип белдерҙе Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Радионова.

Ҡатнашыусыларҙың конкурс эштәренә килгәндә, һәр кемдең  тәбиғәтте һаҡлауға индергән өлөшө төрлө, әммә бер үк кимәлдә әһәмиәтле булыуын күрһәтә. Мәҫәлән, Белореттан Сысоевтар ғаиләһе экологик йәшәү рәүешен ғаилә традицияһына әйләндергән. Улар сүп-сарҙы органик һәм ҡаты көнкүреш сүп-сарҙарына бүлеп тапшыра, улдары Георгий менән Миронды ла быға өйрәткәндәр.

- Был ысулды күптән ҡулланабыҙ,  уның ярҙамында, моғайын, дөйөм утилләштереү системаһына бер нисә тонна ҡалдыҡтың эләгеүен булдырмағанбыҙҙыр, унда улар дөрөҫ сереп бөтмәҫ ине. Бик ябай ғына күренһә лә, был экология өсөн бик мөһим. Шуға ла сүп-сарҙы бүлеүҙе киң ҡулланылышҡа ҡайтарырға кәрәк тигән фекерҙәбеҙ, - ти ғаилә башлығы Александр Николаевич. Улар "Экоғаилә" номинацияһының махсус призына лайыҡ булды.

Ә иһә Благовещендан 7 йәшлек Василиса Осетрина "Пакет урынына - таҙа планета" тигән эше менән «Экопроект» номинацияһында еңеү яуланы. Әле яңы ғына беренсе синыфҡа барған ҡыҙ балалар баҡсаһына йөрөгән сағынан уҡ әсәһе менән бергә туҡыманан пакеттар тегергә өйрәнеп алған. Уларҙы балалар баҡсаһына алып барып, тәрбиәселәре менән бергәләп термонаклейкалар йәбештереп, биҙәп яңы йылға төркөмдәштәренә лә бүләк иткән. Магазинға барған һайын пакет һатып алғансы, туҡыманан тегелгәнде күп тапҡыр ҡулланырға мөмкин. Ә был, үҙ сиратында, тәбиғәттең бысраныуынан һаҡлай. 

Шаран 1-се урта мәктәбенең "ЭкоЮнит" төркөмөнөң коллектив эше лә ҙур баһаға лайыҡ булды. Белем усағында эшләп килгән был төркөмдә 28 уҡыусы әүҙем шөғөлләнә. Улар төрлө экологик акциялар, өмәләр, тематик дәрестәр ойоштора, иҫке ҡағыҙ, пластик ҡапҡастар йыйып тапшыра, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. 

Ысынлап та, тәбиғәте һаҡлау - беҙҙең төп бурысыбыҙ. Ә инде быны балаларға бәләкәйҙән аңлатыу үтә лә мөһим. Шуға күрә бындай бәйгеләрҙең ойошторолоуы ла бик әһәмиәтле.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru

Валерий Шахов фотоһы.

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас