

Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! "Өләсәй-олатай ҡосағында" фотоконкурсын тамамлайбыҙ һәм фотолар ҡабул итеүҙе туҡтатабыҙ! Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәт! Хәҙер инде еңеүселәрҙе билдәләр өсөн әҙерлек эштәрен башлайбыҙ, тауыш биреү асылғас та һеҙгә хәбәр итербеҙ. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барырға онотмағыҙ.