+4 °С
Облачно
VKOKМакс
Бәйгеләр
2 Октября , 08:05

Тауыш биреүҙе башлайбыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар! Ололар көнөнә арналған «Өләсәй-олатай ҡосағында» фотоконкурсы еңеүселәрен билдәләр ваҡыт етте. Ижади бәйгене «Йәншишмә» гәзитенең Макстағы каналында ойошторғайныҡ. Алдан әйтелгәнсә, еңеүселәрҙе ике төрлө юл менән билдәләйәсәкбеҙ: береһен редакция һайлаһа, икенсеһен тауыш биреү ярҙамында асыҡлайбыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тауыш биреүҙе башлайбыҙ!Тауыш биреүҙе башлайбыҙ!
Тауыш биреүҙе башлайбыҙ!

Барығыҙҙың да өләсәй-олатайҙарығыҙҙы ихлас яратыуына инандыҡ, конкурсыбыҙ бик йәнле барҙы, һеҙҙән күп фотолар алдыҡ. Ҡатнашыусыларыбыҙҙың төрлө төбәктәрҙән булыуы айырыуса ҡыуандыра. Республикабыҙҙың ҡала, райондарынан ғына түгел, хатта Силәбе өлкәһенән дә дуҫтарыбыҙ бар икән! Мәктәп уҡыусылары менән бер рәттән балалар баҡсаһына йөрөгән кескәй дуҫтарыбыҙҙың да әүҙемлеге хайран итте. Иң бәләкәй ҡатнашыусыбыҙға - ни бары ике генә йәш.

Бәйгелә барлығы 95 ҡыҙ һәм малай ҡатнашты, шунлыҡтан тауыш биреүҙе өс төркөмгә бүлеп ойошторабыҙ: балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм ике айырым төркөмдә мәктәп уҡыусылары. Ә еңеүселәр дүртәү буласаҡ: тауыш биреү һөҙөмтәләренә ҡарап, мәктәп уҡыусыһы менән балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһен билдәләйбеҙ һәм редакция тарафынан һайланған шулай уҡ мәктәп уҡыусыһы менән  балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе буласаҡ. Бында иң матур, йөкмәткеле фотолар иҫәпкә алына. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә. Ярыш булғас, еңеүселәр ҙә булырға тейеш, шулай бит? Ҡалған ҡатнашыусыларға иһә электрон сертификаттар ебәреләсәк.

Шулай итеп, тауыш биреүҙе башлайбыҙ! Ул 5 октябргә сәғәт 13.00 тиклем дауам итә. Үҙегеҙгә оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, дуҫтар! Тауыш биргән ваҡытта төркөмгә яҙылыу мотлаҡ. 

Мәктәп уҡыусылары фотолары, ныҡ күп булыу сәбәпле, ике төркөмгә бүленде. Береһендә үҙегеҙҙе тапмаһағыҙ, икенсе һылтанманан үтеп ҡарағыҙ. Бына улар:  1-се өлөш - ОШОНДА БАҪЫҒЫҘ!  йәки 2-се өлөштә ОШОНДА БАҪЫП ҠАРАҒЫҘ!

Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн тауыш бирергә теләһәегеҙ, ОШОНДА БАҪЫҒЫҘ!

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас