-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәнәфес
29 Октябрь 2025, 16:12

Иң беренсе нимәне күрҙегеҙ?

Һүрәткә күҙ һалыу менән нимә төшөрөлгән тип уйланығыҙ? Был һеҙҙең ниндәй кеше булыуығыҙҙы әйтер.

Иң беренсе нимәне күрҙегеҙ?
Иң беренсе нимәне күрҙегеҙ?

Автомобиль. Һеҙҙең кеүек кешеләр ваҡ-төйәк нәмәләргә иғтибар итмәй. Проблеманың нисек сиселешенә ҡарайһығыҙ. Ошо глобаль фекерләү арҡаһында йыш ҡына кәрәкле деталдәрҙе күҙ уңынан ысҡындыраһығыҙ.

Биноклле кеше. Һеҙҙә фантазия һәм һиҙемләү тойғоһо бик яҡшы үҫешкән. Кешеләрҙе “үтә күрәһегеҙ”. Һәр проблемаға көтөлмәгән һәм ижади хәл итеү юлын таба беләһегеҙ. Хыял донъяһында артыҡ йөҙмәҫкә кәңәш ителә.

А хәрефе. Һеҙ үҙенсәлекле һәм сағыу булған бөтә нәмәне яратаһығыҙ. Ғәжәпләнергә урын юҡ: үҙегеҙ ҙә ғәҙәти булмаған кеше бит. Ә бына ҡайһы берҙәр һеҙҙе өҫтөн-мөҫтөн кеше тип һанай. Бәлки, етдирәк булырға кәрәктер.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас