-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

“Күлдәк”тә тыуған малай

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус янғын һүндереү бүлеге етәксеһе Александр Лавренов ул көндө ғаиләһе менән һыу буйында ял иткән була.

Шул саҡ: “Һыуҙа малай ята!»  – тип ҡысҡырғанды ишеткән ир ярҙамға ташлана. Үҫмер күпме ваҡыт һыу аҫтында ятҡандыр, уныһы билдәһеҙ, тик ярға алып сыҡҡанда баланың хәле үтә насар була. Үҙ эшен бик яҡшы белгән һәм аңлаған Александр Лавренов  ашығыс ярҙам машинаһы килгәнсе малайға яһалма һулыш, йөрәк массажы эшләй. Тирә-яҡтағылар уға бер нисек тә ярҙам итеп булмаҫ инде, тиеүҙәренә ҡарамаҫтан, ныҡышмал белгес балаға  тәүге ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Һәм мөғжизә – сабый күҙен аса. Уны табиптар ҡулына тапшыралар. Әлеге мәлдә барыһы ла яҡшы, тип белдерәләр идараның  матбуғат хеҙмәтенән.

Был бала күлдәктә тыуғандыр, ошо мәлдә һыу ингән ерҙә Александр Семёновичтың булыуы ла бик ҙур бәхет бит. Сабый ғүмерен һаҡлап ҡалыусы, игелекле, мәрхәмәтле ағайға һоҡланыубыҙҙы һәм рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: