Ә бәлки, донъяныҡылыр ҙа. Миәкә районынан Ислам Зәйнетдинов 320 тапҡыр рәттән турникта күтәрелеү һәм әйләнеү күнекмәһен башҡара. Бының өсөн уға 1 сәғәт 27 минут кәрәк булған. Малай быға күнекмәләр аша бик оҙаҡ әҙерләнә. Уның йәшендәге балалар араһында бындай һөҙөмтә бер ҡайҙа ла теркәлмәгән. Баҡтиһәң, малай атаһының рекордын да уҙып киткән икән. Бына бит беҙҙең арабыҙҙа ла үҫә шундай егеттәр.
Фото: bash.news