«Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркында үткән сарала Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов һәм башҡалар ҡатнашты.
Кемдәр һуң ул йәш геройҙар, тиһегеҙме? Йәмил Аҡъюлов һеңлеһен янғындан ҡотҡарған. Герман Макаров та – туғанын, Алһыу Баймеева иһә ике бәләкәй ҡустыһын уттан хәүефһеҙ урынға сығарған. Данир Мөхәмәҙиев батып барған малайҙы ҡотҡарған. Аделина Ронжина, өйҙәрендә янғын сыҡҡас, 3 кенә айлыҡ ҡустыһын алып сыға. Был ҡыҙҙар һәм малайҙар килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙҙәренең тәүәккәллеген, ҡыйыулығын, гражданлыҡ позицияһын күрһәткән. Уларҙың һәр береһе Рәхмәт хаттары, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.
Күгәрсен районы Йомағужалағы 1-се мәктәптең VIII синыф уҡыусыһы Аделина Ронжинаға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «За отличие в ликвидации последствий чрезвычайной ситуации» миҙалы тапшырылды.
Фото: "Бәйләнештә" төркөмө.