-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Батыр йөрәкле балалар бүләкләнде

Ошо көндәрҙә «Патриот» хәрби-патриотик паркында Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова республикабыҙҙың иң ҡыйыу ҡыҙ һәм егеттәренә «Батырлыҡ, сыҙамлылыҡ һәм героизм өсөн» билдәһен тапшырҙы.

Был исемгә Өфө ҡалаһынан Максим Ғимаев менән Серафим Кудисов, Сибайҙан Камила Шәрипова, Учалынан Яна Насирова һәм Өфө районынан Герман Макаровтар лайыҡ булды. Улар ысын мәғәнәһендә ҡурҡыу белмәҫ йәш батырҙар!

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ошондай батыр йөрәкле, ҡыйыу, ярҙамсыл, мәрхәмәтле, изге күңелле балалар үҫтергән ата-әсәләргә, уларға белем-тәрбиә биргән уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Белеүебеҙсә, «Ҡайнар йөрәк» наградаһы социаль-мәҙәни башланғыстар фонды тарафынан 2014 йылда булдырылғайны. Ул төрлө хәүефле хәлдәрҙә ярҙамға килергә һәм ауыр тормош хәлен еңеп сығырға әҙер булған 23 йәшкә тиклемге балаларға, йәштәргә бирелә.

Фото: sun9-63.userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: