Уның әйтеүенсә, уҙған шәмбе был батыр малай ике кешенең ғүмерен ҡотҡара. Икенсе синыф уҡыусыһы Көгөш йылғаһында бата башлай. Ярҙамға атаһы килә, тик улын һыуҙан сығара алмай. Әгәр яҡында Радмир булмаһа, был хәлдең ни менән бөтөрөн уйлауы ла ҡурҡыныс. Ул уйлап та тормай, батып барыусыларҙы ҡотҡарырға ашыға.
Фәнзил Фәйез улы: «Радмир ысын ир-егеттәрсә эш иткән. Рәхмәт уға күрһәткән батырлығы өсөн! Улдарында батырлыҡ, ҡыйыулыҡ сифаттары тәрбиәләгән өсөн ата-әсәһенә айырыуса ҙур рәхмәт», – тип яҙа.
Фото: vk.com