-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Батыр егетте бүләкләнеләр

Яңыраҡ һыуҙа батып барған ике кеше ғүмерен ҡотҡарып, батырлыҡ күрһәткән 12 йәшлек Радмир Хөснөтдиновтың исеме бар Башҡортостанға танылғайны. Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы мэры Рөстәм Ғәзизов үҙен самокат менән бүләкләне.

Радмир — Стәрлетамаҡтағы 6-сы гимназияның VI синыф уҡыусыһы. 2-се спорт мәктәбенә бассейнға йөрөй, йөҙөү менән мауыға. Тап ошо сифаты ике кеше ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға ярҙам иткән дә инде.

Ә бөгөн улар ғаиләһе менән ҡала хакимиәтенә саҡырылды. Рөстәм Фәрит улы батыр йөрәкле егеткә бүләк әҙерләгәйне.

— Көслө, ҡыйыу, ярҙамсыл ул тәрбиәләгән атай-әсәйеңә рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә һынатма! — тине ул, Радмирҙың ҡулын ҡыҫып.

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: