Баймаҡ егете Раил Фәхретдинов махсус хәрби операцияға тиклем Чечен Республикаһындағы ҡыҙыу нөктәлә булып, имен-һау ҡайтҡас, был юлы ла яуҙа иҫән ҡаласағына ышанған. Шулай ҙа һуңғы ҡыҫҡа ялға ҡайтҡанында ул ҡустыһына һүҙ араһында: «Минең менән бер-бер хәл булһа, әсәйгә генә ауыр булыр инде, ныҡ илар… Ә үҙемә ҡалһа, йәшәгән ғүмерем өсөн ҡәҙерле әсәйемә рәхмәтлемен, атай вафатынан һуң беҙҙе уҡытып, матур тәрбиә биргәне өсөн гел ғорурланып йөрөнөм. Бер нигә лә үкенмәйем. Ҡапыл минең ғүмерем өҙөлһә, Алланың тәҡдире, тип ҡабул итерһегеҙ… Әсәйҙе һаҡлап, ҡурсалап ҡына тороғоҙ», – тип әйтеп һала…
Илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация башланғас, Раил Фәхретдинов та 2022 йылдың 18 ноябрендә махсус хәрби операцияға юллана. Ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, яуаплылыҡты яҡшы аңлап үҫкән, аяғында ныҡ баҫып торған егет илен һаҡларға сафҡа баҫа.
Мәктәп йылдарында ул тырыш, әүҙем, өлгөлө уҡыусы була. Яҡшы уҡый. Спорт менән дуҫ була. Районда уҙғарылған төрлө саңғы ярыштарында ҡатнашып, гел призлы урындар яулай. Бокс менән дә шөғөлләнә. Бала саҡтан атайһыҙ тороп ҡалғас, һеңле-ҡустыларына ла ышаныслы ағай була. Уларҙы ҡарап ҡына йөрөтә. Әсәһе Сәкинә Иҙрис ҡыҙы Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек училищеһында эшләй. Ул өйҙә булмағанда ҡустылары Наил, Илнур һәм һеңлеһе Гөлнурҙы ҡарау Раилға йөкмәтелә. Атайҙары 40 йәштә генә инфарктан ҡапыл мәрхүм булып ҡала. Балаларын тәрбиәләү, үҫтереү әсәһе иңенә төшә.
Раил Баймаҡтағы 3-сө мәктәпте тамамлағас, 105-се һөнәрселек училищеһында уҡып тракторсы, водитель һөнәрен үҙләштерә. Аҙаҡ инде Сибайҙағы политехник колледжды бөтөп, әрме сафына баҫа. Ул Мәскәүҙәге эске ғәскәрҙәр часында хеҙмәт иткән сағында Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Шулай итеп, 2006–2013 йылдарҙа Чечен Республикаһында хеҙмәт итә. Улы өлгөлө, тәртипле һалдат булғаны өсөн хеҙмәт иткән еренән Сәкинә Иҙрис ҡыҙына командирҙарынан Рәхмәт хаты ла килә.
– Тормош иптәшемде иртә юғалтҡас, дүрт бала менән тороп ҡалдым. Шул мәлдә атаһы урынына ҡалған Раил улым миңә ҙур терәк булды, – ти Сәкинә ханым. – Үҙе бигерәк аҡыллы, тыңлаусан, туған йәнле, кешелекле ине. Туғандарын ҡарап ҡына йөрөттө. Хатта оҫта итеп бешеренергә өйрәнеп алды. Шуға улыма һәр ваҡыт ышанып, эштә тыныс йөрөнөм. Ай, Аллам, тик балаҡайымдың ғүмере генә ҡыҫҡа булды… Бына улымдың үҙ ҡулдары менән беләгемә таҡҡан бүләге, ул нисек таҡҡан, шулай тора. Шул тиклем һағынам бала ғынамды…
Илебеҙҙә махсус хәрби операция башланғас та: «Мин һеҙҙе дошмандарҙан һаҡларға тейеш бит», – тип яуға китте, балаҡайым. Ана, хәҙер яратҡан бесәйҙәре генә күҙ алдымда йүгерешеп йөрөй. Береһен дә бер ҡайҙа ла таратмайым. Йөрөһөндәр. Үҙем уларға ҡарайым да илайым… Һуңғы ҡыҫҡа ялға ҡайтып, кире яуға йыйынған улым: «Симбол менән хушлашманым бит», – тип кире боролоп, бесәйен һөйөп-һөйөп киткәйне. Эй, Хоҙайым, улым шунан башҡа үҙ аяҡтарында ҡайта алманы... Шул тиклем тормошто яратты, туғандарының ҡәҙерен белде. Барыһына ла гел матур бүләктәр алыр ине. Миңә лә һәр ваҡыт ҡыйбатлы-ҡыйбатлы әйбер бүләк итте лә йөрөнө. «Әсәй, һин быға лайыҡ, һин гел зауыҡлы әсәй булырға тейешһең», – тип матур теләктәрен дә әйтер ине. Һуңғы ҡайтҡанында һиҙенгәндер ул, хушлашҡан һымаҡ, бар туғандарына, дуҫтарына иҫтәлекле бүләктәр таратып сыҡты. Үҙенең дуҫтары ла күп булды.
«Иң ауыры – эргәңдәге дуҫыңдың ҡулыңда йән биреүе… Инде ҡотҡарып алдым дошмандан, тип кенә уйлап та өлгөрмәйһең, ә ул күҙҙәрен мәңгегә йома», – тип бик әсенеп һөйләгәйне балаҡайым. Бер яҡын дуҫын мәхшәрҙән һөйрәп сығарып, яурынына һалып алып ҡайтҡан. Ә ул, бахырҡай, госпиталдә йән биргән. Был хаҡта һөйләгәндә улым үҙе лә илай ине.
41867-се ғәскәри частың мотоуҡсылар бүлексәһе командиры, старшина Раил Фәхретдинов һәр һалдатын туғаны кеүек хәстәрләгән. Әҙ генә бушыраҡ ваҡыты булһа, үҙенең яратып бешергән былауы менән яугирҙарын һыйлаған.
Улын юғалтҡан әсәйҙәр һөйләгәндәрҙең барыһы ла йөрәк аша үтә. Шул мәлдә үҙҙәрен нисек йыуатырға ла белмәйһең… Иң ауыр, иң тулҡынландырғыс минуттар...
– Минең балаҡайым 2024 йылдың 28 ноябрендә һәләк булып ҡала. Атаһының янына 2025 йылдың 22 ғинуарында ғына алып ҡайттылар. Миңә балалар, әсәйебеҙ ҡайғырмаһын, иламаһын, тип бер нәмә лә һөйләмәгән икән. Улымдың үлеме тураһында алып ҡайтҡансы белмәнем. Алдан йөрәгем һиҙгәндер инде, ҡапыл шул көндәрҙә юғары баҫым менән ауырып киттем. Тора алмайым да ҡуям. Бер мәл туғандарым килә, хәл белешеп янымда ултыралар. Уртансы улым Наил да ҡайтҡан, ул Себер яҡтарында эшләй. Иртәгеһенә бәләкәй улым Илнур ҙа килеп инде. Ни булды икән? Урынымдан тороп, тәҙрә аша урамға ҡараһам, «Тиҙ ярҙам» машинаһы килгән. Өйгә ингән шәфҡәт туташының тауышын ишетеп: «Мин бит һеҙҙе саҡырманым», — тинем аптырап. Шунда ғына Илнур улым яныма килеп, Раилды алып ҡайтып килеүҙәре хаҡында әйтте… Бына шундай ҡайғы килде өйөбөҙгә, – ти Сәкинә Иҙрис ҡыҙы күҙ йәштәрен һөртә-һөртә.