Улар – хәрби хәрәкәттәр ветерандары, террорға ҡаршы операцияларҙа ҡатнашыусы Рәмис Әмиров һәм запастағы майор, десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән Йомабай Йәғәфәров. Ветерандар балаларға үҙҙәре үткән хәрби хеҙмәт юлдары – Афғанстан һәм Чечнялағы алыштар хаҡында һөйләне. Әлеге һуғыштар тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, унда һалдат бурысын үтәгән ир-егеттәр күңеленән хәрби хеҙмәт йылдары юйылмаған бит... Ағайҙары һөйләгәндәрҙе уҡыусылар тып-тын ҡалып, йотлоғоп тыңланы. Аҙаҡ үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Шулай уҡ уҡыусыларға видеороликтар күрһәтелде, шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. Сара һуңында һуғышта һәләк булған һалдаттарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыу булды.