+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
12 Апрель 2022, 14:05

Космонавтар көнөнә арнап

Йылайыр районы Йомағужа мәктәбенең V синыф уҡыусылары Космонавтар көнөнә арнап матур һүрәттәр төшөргән. 

Космонавтар көнөнә арнап
Космонавтар көнөнә арнап

Был хаҡта беҙгә синыф етәкселәре Зөлфирә Таһирова хәбәр итте. 

-Беҙҙең синыфҡа иң шәп, иң һәләтле уҡыусылар ғына йыйылған. Уҡыуҙа ла һынатмайҙар, мәктәп, район кимәлендә үткән төрлө сараларҙа, бәйгеләрҙә лә ихлас ҡатнашалар. Уңыштары ла байтаҡ, - ти ул уҡыусылары хаҡында.

Ҡыҙҙар һәм малайҙар "Йәншишмә"гәзитенең, "Аманат" һәм "Аҡбуҙат" журналдарының яҡын дуҫтары ла икән. Афарин, бишенселәр!

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: