Байрам бик күңелле үтте. 1 сентябрҙә тәүге тапҡыр мәктәпкә аяҡ баҫҡан кескәйҙәр үҙҙәренең тәүге уңыштары менән уртаҡлашты, алған белемдәрен күрһәтте, шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы.
Беренселәрҙе уҡырға өйрәтеүҙә күп көс түгеүсе ата-әсәләре һәм беренсе уҡытыусылары Ләйсән Әмир ҡыҙы Белем иленең юғары баҫҡысына күтәрелеүҙә балаларға уңыштар теләне.
Байрамдан барыһы ла күтәренке кәйеф, дәрт, илһам алып таралышты.
Кескәй малай һәм ҡыҙҙар киләсәктә тағы ла тырышып уҡырҙар, төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашырҙар, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Миләүшә ӘСФӘНДИӘРОВА,
тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.
Миәкә районы, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе.