Күмәк көс менән мәктәбебеҙҙең тирә-яғын сүп-сарҙан таҙарттыҡ, сәскә, йәшелсә, емеш-еләк баҡсаһында ла ҙур эштәр башҡарҙыҡ. Мәктәп яны балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торҙо, күңелле йырҙар яңғыраны. Күҙ асып йомғансы биләмәбеҙ сүп-сарҙан таҙартылып, матурланып ҡалды, баҡсаларға йәшелсәләр сәселде.
Өмәлә ҡатнашыусы барлыҡ уҡыусыларға, уҡытыусыларға, техник хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм иҫәнлек, һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ. Мәктәбебеҙ һәр саҡ шулай уҡыусыларыбыҙҙың шат тауыштарынан гөрләп торһон, донъялар имен булһын!
Зөлфиә Буранова, профком рәйесе.
Бөрйән районы, Иҫке Монасип ауылы.