+28 °С
Облачно
VKOKTelegram
Беҙҙең мәктәптә
21 Августа 2022, 05:30

Дүртенселәргә – ”бишле”!

Дүртөйлөләге Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының IV “Б” синыфы уҡыусылары маҡтауға лайыҡ. Улар белем усағында ойошторолған көндөҙгө хеҙмәт эшендә бик әүҙем ҡатнашҡан.

Бер аҙна буйы “Беҙ – тәбиғәт яҡлы!” тигән акция ойоштороп, Иванай баҡсаһындағы шишмә буйҙарын сүп-сарҙан таҙартҡандар. Бар тирә-яҡ таҙарып, матур булып киткән. Балалар үҙҙәре лә башҡарған  эштәренән бик ҡәнәғәт ҡалған. Афариндар!

Дүртенселәргә – ”бишле”!
Дүртенселәргә – ”бишле”!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас