– Иң беренсе флаг күтәреү бәхете VIII ”А” синыфы уҡыусыһы Розалиә Хәбибуллинаға тейҙе. Ул тик "бишле" билдәләренә генә өлгәшә. Розалиә – физика, математика, инглиз теле, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, тарих, экология, география, информатика фәндәре буйынса олимпиадаларҙа төбәк-ара этап еңеүсеһе. Шулай уҡ физиканан республика этабы призёры булды. Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиаданың республика этабында математика буйынса ла призёр исемен алды. Урыҫ теленән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында II урын яулағайны. Форумда ҡатнашып, кубок менән бүләкләнде. Беҙҙең мәктәптә лә төбәк-ара этапта I урын яуланы.