Был егеткә һоҡланмау мөмкин түгел. Ул Әлшәй районы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге интернат-лицейының Х «Б» синыфында белем ала. Нумизматика, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, спорт һөйгән, уҡыу алдынғыһы булған егеттең уңыштары күп кенә.
– Данил менән ниндәй генә тикшеренеү эшенә тотонһаҡ та, башҡарып сығыу бик еңел. Үҙенсәлекле фекер йөрөтөүе, тарих менән ҡыҙыҡһыныуы, ныҡышмал булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора, – ти тарих уҡытыусыһы Зөфәр Йәғәфәр улы Гәрәев.
Һәр ҡайҙа ла беренсе булырға тырыша ул. «Щербаков уҡыуҙары»нда, «Халиҡов уҡыуҙары»нда, Ишембай ҡалаһында Александр Доставалов иҫтәлегенә арналған хәрби-патриотик йүнәлештәге тикшеренеү конкурстарында еңеп сыҡты.
Данил инша яҙырға ла ярата. «Яныңда йәшәгән герой тураһында һөйлә» тигән бәйгелә республика кимәлендә иң-иңе булып танылды. Ул чечен һуғышында ҡатнашҡан атаһы Ирек Марат улы тураһында яҙған. Шулай уҡ урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлиҙә Нәсимйән ҡыҙы Гәрәева менән Санкт-Петербургта үткән «Рәсәй – беҙҙең уртаҡ йорт» балалар фестиваленән еңеү яулап ҡайттылар.
– Атайым – полиция подполковнигы, ағайым әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтып, эске эштәр министрлығында эшләп йөрөй. Улар – миңә бар яҡтан да өлгө. Маҡсатым – Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, берәй юғары уҡыу йортоноң юридик факультетында белем алыу, – ти Данил.
Бына шундай егет үҫеп килә Әлшәй ерендә. Уға уңыштар теләйек.
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.