Был көндө көтөп алдыҡ. Матур йолаға әүерелеп, әҙәбиәт, ижад һәм сәнғәт байрамы төҫөн алған бәйгелә биш йәштән алып өлкәндәргә тиклем меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Тарихи хәтер һаҡлау һәм йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү тигән изге бурыс йөкмәгән был ижади проект йылдан-йыл киңәйә, йәнләнә бара. Бығаса конкурс Муса Йәлил ижадына арналһа, быйылдан яугир-шағир Михаил Львов (Рәфҡәт Ғәбитов) шиғырҙарын һөйләүселәр ҙә ҡушылды.
Бәйгелә ҡатнашыусылар күп булды. Улар Силәбенең төрлө тарафтарынан йыйылғайны. Арғаяш районының Аҡбаш урта мәктәбе директоры Алмаз Закиров та уҡыусылары менән килеп еткәйне. Ҡалабыҙҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге милли китапхана хеҙмәткәре Нәфисә Ниғмәтуллина менән Ҡолой мәктәбе уҡытыусыһы Альбина Баязитова улдарын бәйгегә әҙерләгәйне.
Ғаилә сығанағы миҫалында өлгө күрһәтеүселәр араһында шулай уҡ Арғаяш районының Нуркин ауылында йәшәүсе Альвина Харис ҡыҙы Шәймәрҙәнова ла маҡтауға лайыҡ. Уның улы Русланға биш кенә йәш әле. Былтыр «Урыҫ телендә әҫәрҙәр» номинацияһында III урынға сыҡһа, быйыл да шул уҡ номинацияла 5 – 6 йәшлектәр араһында өсөнсө булды.
– Беҙҙең өсөн «Муса Йәлил уҡыуҙары» конкурс ҡына түгел, – ти Альвина Харис ҡыҙы. – Әҙәбиәт, ижад байрамы ла. Был уңышыбыҙҙы Башҡортостандың Ҡариҙел районында тыуып үҫкән өләсәйебеҙ Тәрзимә Нәбиеваға бағышлайбыҙ. Ул миңә бала саҡта халыҡ әкиәттәрен уҡып ишеттерә ине. Хәҙер инде үҙем биш йәшлек улымдың күңелендә шиғриәткә һөйөү тәрбиәләргә тырышам.
Конкурсты ойоштороусыларға һәм жюри ағзаларына ихлас күңелдән ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәр береһе Почёт грамотаһына лайыҡ булды. Еңеүселәр, призёрҙар дипломдар һәм әҙәби китаптар менән бүләкләнде. Иң-иңдәргә шулай уҡ Муса Йәлилдең «Моабит дәфтәрҙәре» тапшырылды.
Ҡамса МОРТАЗИН, жюри рәйесе.