+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Минең яратҡан уҡытыусыларым

Һәр кемдең үҙ остазы, кумиры була. Әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынһам да, спорт та миңә ят түгел, сөнки мәктәбебеҙҙә үҙ эшенең ысын оҫтаһы, уҡыусыларында спортҡа һөйөү тәрбиәләй алған физкультура уҡытыусыһы Вәсилә Әмир ҡыҙы Йәмилева кеүек остаздар эшләй.

Минең яратҡан уҡытыусыларым
Минең яратҡан уҡытыусыларым

Ул туған мәктәбен тамамлағас, 1981 – 1984 йылдарҙа Күмертау педагогия училищеһында уҡый. Дипломлы йәш белгес Байназар мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай.
Тәүге көндәрҙән үк маҡсатҡа ынтылыусан йәш уҡытыусы эшенең һөҙөмтәһе өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Уның уҡыусылары яйлап-яйлап мәктәп, район, республика кимәлендәге ярыштарҙа призлы урындар яулай башлай.
Яҙмыш Байназар һылыуының юлына үҙе кеүек үк физкультура уҡытыусыһын, дәрте һәм эшкә теләге саманан ашып торған Варис Мәжит улын сығара. Ике спортсы бына тигән ғаилә усағы булдырып, матур итеп донъя көтөп алып китә.
Варис Мәжит улы әрме сафтарына алынғанға тиклем үк Яңы Собханғол мәктәбендә физкультура уҡытыу­сыһы була. Ул да Күмертау педагогия училищеһында үҙенең яратҡан һөнәре буйынса белем ала.
Йәш белгесте 1984 йылда Байназар мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Ошо белем усағында 1999 йылға тиклем бына тигән спортсылар әҙерләй. 1988 – 2000 йылдарҙа район үҙәгендәге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә директор булып эшләп ала. Байназарҙа бер-ике йыл тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренән уҡытҡас, 2008 – 2009 йылдарҙа тағы ла спорт мәктәбендә директор була. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлар­ға ла өлгөрә Варис Йәмилев.
2009 йылдан бөгөнгәсә – саңғы буйынса тренер. Тырыш уҡытыусының хеҙмәте баһаһыҙ ҡалмаған. Ул 1998 йылдан – «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физкультура һәм спорт хеҙмәткәре», 1999, 2014 йылдарҙа фиҙакәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡа­ғыҙы менән бүләкләнгән.
Варис Мәжит улы – Байназар мәктәбендә физкультура һәм спорт үҫешенә күп көс һалған шәхес. Ҡарағай­ға ҡарап – тал, остазға ҡарап бала үҫә, тигәндәй, уларҙың 21 уҡыусыһы физкультура уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған. Улдары Редик Йәмилев – полиатлон буйынса спорт мастерлығына кандидат, Илшат, Юнир Ғазиндар, Илнар Салауатов – милли көрәш буйынса спорт мастер­ҙары.
Вәсилә Әмир ҡыҙының уҡыусылары ла һынатмай. Улар йыл һайын физкультура буйынса олимпиадалар­ҙа призлы урындар яулай, республика кимәлендәге, төбәк ярыштарында ла уңышҡа ирешәләр. Саңғы, мини-футбол, мини-лапта, волейбол, баскетбол, еңел атлетика буйынса призёрҙары күп.
Вәсилә Әмир ҡыҙы да 1999 йылдан «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физкультура һәм спорт хеҙмәткәре» исемен хаҡлы рәүештә йөрөтә, 2019 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була.
Эйе, тырыш хеҙмәт, маҡсатҡа ынтылыш, үҙ һөнәреңде ихлас яратыу һәр ваҡыт еңеүҙәргә илтә. Ошондай шәп уҡытыусылар ҡулында белем һәм тәрбиә алыуыма ҡыуанысымдың сиге юҡ.

Вәсилә ӘЙҮПОВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: