+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәшә әле йөҙгәсә!

Өләсәйем Венера Сиражетдин ҡыҙы Абдрахманова ҙур ғаиләлә һигеҙ малай араһында берҙән-бере, иң бәләкәйе булып үҫкән. Башланғыс мәктәпте Баймаҡ районының Басай ауылында тамамлап, аҙаҡ һигеҙенсене күрше ауылда бөтөргән. Өләсәйем 17 генә йәшендә Әбйәлил районының Баҡыр-Үҙәк ауылына килен булып төшә. 1961 йылда олатайым менән күрше Әлмөхәмәт ауылына күсеп баралар. Алты балаға – өс ҡыҙға һәм өс малайға ғүмер бирәләр.

Йәшә әле йөҙгәсә!
Йәшә әле йөҙгәсә!

Олатайымдың баҡыйлыҡҡа китеүенә 31 йыл үтеп китте. Ул ваҡытта кесе улы Ғәфүргә, минең атайыма, 9 йәш бул­ған. Беҙ әле өләсәйем менән бергә йәшәйбеҙ. Уға 80 йәш тулды, әсәйем – Әлфиә килене менән бик татыуҙар. Өләсәйем олоғайһа ла, тик ултырмай, «Ағинәйҙәр» ойош­маһына ла йөрөй. Районда сүрәләр-мөнәжәттәр уҡып, ҡобайырҙар, халыҡ йырҙарын, таҡмаҡтарын йырлап, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Сәсән Мөғәлләм Мирхәйҙәров исемендәге премияға лайыҡ булды. «Йәшлек» гәзитенә яҙылып, редакция үткәргән конкурста еңеүсе исемен алды. Үҙе оло булыуына ҡарамаҫтан, байрам ваҡыттарында йырлап-бейеп концерттарҙы биҙәй. Ә бер мәлде мин уҡыған интернат-гимназияла «Татыу ғаилә» бәйгеһе уҙғарылғайны, шунда ла рәхәтләнеп йырлап, тыпырҙатып бейеп, уҡыусы, уҡытыусыларҙы таң ҡалдырғайны.
Бындай дәрт ҡайҙан, тиһегеҙме? Нәҫелдән килә ул. Атаһы Сиражетдин бейеүгә, йыр-моңға маһир, ә уның бер туған ҡустыһы – данлыҡлы ҡурайсы, артист, «Ҡурай» китабының авторы Ғата Сөләймәнов. Өләсәйемдең атаһы Сиражетдиндың тағы бер туғаны Әлнисә, уның улы Әнүәр Ишбирҙиндең ҡатыны Рәшиҙә Туйсина, улдары Хәлил Ишбирҙин. Сиражетдин ҡартатайымдың ҡустыһы Ғабдулланың улы Әхмәҙулла Сибай ҡалаһында уҙған мә­ҙәни сараларҙа ҡайнап йәшәй, йырлай, бейей, төрлө музыка ҡоралдарында уйнай (флейта, ҡурай, баян, фортепиано, скрипка). Бына ма­һирлыҡтың нигеҙе, тамыры ҡайҙа барып тоташа!
Шәжәрә, нәҫелдәре тураһында беҙгә матур итеп һөйләй, ер-һыу атамалары хаҡында мәғлүмәт бирә. Өләсәйем менән буш ваҡыттар­ҙы фәһемле үткәрәбеҙ. Эшен дә емертеп эшләй үҙе, беҙгә лә шул арала кәңәштәрен биреп өлгөрә. Таҡмағын да ишеттерә, йырын да, бәйетен дә йырлай, ҡумыҙҙа ла оҫта сиртә.
Йома көндәрендә мәсеткә йөрөй, китаптар уҡый. Ә үҙе тегеү, бәйләүгә бик оҫта. Уның ҡорамалары күҙҙең яуын алып тора. Өйөбөҙҙә урындыҡ, боронғоса эшләнгән түшәктәр, кейеҙ, сигеүле әйберҙәр урын алған, ағас һауыт-һаба, йәғни милли мөйөш уның ҡул эштәре менән тул­ған. Өләсәйем «Хеҙмәт ветераны» һәм «Һуғыш балаһы» тигән миҙалдар менән бүләкләнгән.
Ул беҙгә – терәк-таяныс, юлға сыҡһаҡ, фатихаларын биреп, доғалар ҡылып ҡала. Өләсәйем булғанға беҙ бәхетле. Оҙон ғүмерле, һау сәләмәт булыуын теләйбеҙ. Рәхмәт һиңә, өләсәй, йәшә әле йөҙгәсә!

Ғәҙел Абдрахманов.
Сибай интернат-гимназияһы.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: