+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күҙ нурым

Донъяла иң яҡын һәм ҡәҙерле кешем – ул әсәкәйем. Исеме Лилиә лә үҙе кеүек һөйкөмлө һәм матур. Ул күп йылдар балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Эшендә үҙен бик яраталар һәм хөрмәт итәләр. Ҡәҙерлебеҙ – бала күңелле кеше. Шуға ла хеҙмәт юлын кескәйҙәр менән бәйләгән. Беҙҙе лә иркәләп, улым, ҡыҙым, тип кенә тора.  

Күҙ нурым
Күҙ нурым

Минең әсәйем – уңған хужабикә лә. Уның бешергән ризыҡтарынан телеңде йоторһоң, тәмлекәстәр менән беҙҙе һыйлап ҡына тора. Яҡыным бар яҡҡа ла өлгөрә. Тәҙрә төптәрен тултырып гөлдәр ҙә үҫтерә, ҡул эштәре менән дә мауыға, беҙгә лә өйгә эштәрҙе башҡарырға ярҙам итә.

Үҫкәс, әсәйемә оҡшағым килә! Уға ҡояш ғүмере теләйем!

Розалиә КИРИЛОВА.

Туймазы районы, Серафимовка ауылы.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: