-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
17 Октябрь 2021, 19:44

Атайым менән ғорурланам

Минең атайым – Альберт Кәбир улы Ҡарағолов. Ул 1970 йылдың 9 февралендә Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.

Атайым менән ғорурланам
Атайым менән ғорурланам

Туғыҙынсы синыфты тамамлағас та, "Ағиҙел" колхозына малсы булып эшкә сыға. Ҡыштарын һәм йәйҙәрен ҡуна ятып һыйыр һәм йылҡы малдарын ҡарай. Ә 1988 – 1990 йылдарҙа үҙенең хәрби бурысын үтәй. Ул алыҫ Германияның Люксембург ҡалаһында хәрби - һауа көсөндә хеҙмәтен бик яҡшы һәм намыҫлы үтәп ҡайта.
Атайым эшһөйәр, талапсан һәм яуаплы кеше. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Миңә лә өйрәтә, мин уға һәр ваҡыт ярҙам итәм. Атайым мал йәнле кеше, һыйыр һәм йылҡы малдарын көтә. Мин атайым менән ғорурланам, уға ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә бәхете теләйем, шулай уҡ бөгөнгө атайҙар көнө менән дә ҡотлайым.



Азамат ҠАРАҒОЛОВ.

Бөрйән районы,

 Байназар мәктәбе.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: