Сөнки уны яратҡан уҡытыусыбыҙ Мәрхәбә Әбделхәбир ҡыҙы Иғтисанова алып бара. Дәрестә беҙ күп нәмә беләбеҙ: башҡорт халҡының гөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, күренекле шәхестәрен өйрәнәбеҙ. Билдәле шағирҙарҙың йөкмәткеле һәм матур шиғырҙарын уҡыйбыҙ.
Шулай уҡ уҡытыусыбыҙ Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы фәненән дә уҡыта. Беҙгә төплө белем биргәне өсөн Мәрхәбә Әбделхәбир ҡыҙына рәхмәт әйтәбеҙ. Уның шундай мауыҡтырғыс һәм йөкмәткеле дәрестәрен гел көтөп алабыҙ. Яратҡан уҡытыусыбыҙға һаулыҡ һәм эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Әлинә ШАКИРОВА,
VIII синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы,
Өйәҙетамаҡ мәктәбе.