+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
13 Февраль 2022, 09:00

Тел ҡәҙерен белеп үҫербеҙ!

Һаумы, Рәми бабай! Күгәрсендәрсә «бабай» тип өндәшкәнгә үпкәлә­мәгеҙ инде. Һеҙгә әле 90 йәш тула. Ил ағаһы дәрәжәһенә еткән олпат аҡ­һаҡал булып күҙ алдына баҫа­һы­ғыҙ. Ә мин һигеҙенселә уҡып йөрөйөм. Исемем – Айгүзәл.

Тел ҡәҙерен белеп үҫербеҙ!
Тел ҡәҙерен белеп үҫербеҙ!

Башҡорт­ос­тандың иң күркәм ауылдарының береһе булған Тәүәкәндә йәшәйем. Беҙҙең ауылдың даны алыҫтарға таралды. Сөнки Сәнкем-Тәүәкәндә Башҡорт­остандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тыуған. Бының менән ғорурланабыҙ.
Хөрмәтле Рәми бабай! Мин һеҙҙе күптән беләм. Башланғыс мәктәптә саҡта уҡ уҡытыусыбыҙ таныштыр­ғайны. Бынан тыш, әсәйем дә йыш ҡына шиғырҙарығыҙҙы уҡып ишеттерә ине. Ә бишенсе синыфта «Туған тел»де өйрәндек. Бик рухлы шиғыр! Беҙ уны ятҡа беләбеҙ.
«Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ.
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!» –
тип тик оло йөрәкле, халҡы өсөн янып-көйгән, туған теле өсөн борсолған кеше генә яҙа алалыр.
Хөрмәтле Рәми бабай! Һеҙ, ысынлап та, бал ҡорто кеүек, халыҡтың сәскә күңеленән мөғжизәле ын­йыларҙы йыйып, аманат итеп ҡалдырҙығыҙ. Беҙ уға тоғро булырға тейешбеҙ. Шундай оло яуаплылыҡты аңлайбыҙ. Туған телебеҙҙә һөйләшәбеҙ, башҡортса китаптар уҡыйбыҙ, йырҙар тыңлайбыҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төрлө бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа ҡатнашабыҙ. Мәктәпте тамамлап, ҡайҙа ғына уҡыһаҡ, эшләһәк, йәшәһәк тә беҙ туған телебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе онотмаҫҡа, илһөйәр булып ҡалырға һүҙ бирәбеҙ.
Рәми бабай! Ышанығыҙ, беҙ бер ҡасан да һынатмаҫбыҙ, үҙебеҙҙең баш­ҡорт икәнде, тел ҡәҙерен белеп үҫербеҙ!


Айгүзәл ӘБДРӘХИМОВА.
Күгәрсен районы,
Тәүәкән мәктәбе.

Фото:https://yandex.ru/images/search?t

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: