+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яҙғы каникулым

Стәрлетамаҡтағы 2-се интернат-лицейының VIII ”А” синыфы  уҡыусыһы Ғәлинур Хәмитов яҙа:

Яҙғы каникулым
Яҙғы каникулым

“Мин Ишембай районының Иҫке Һәйет ауылында йәшәйем. Ошо яҙғы каникул көндәрен түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Сөнки ауылдағы йылҡы малдарын һағынып ҡайттым интернаттан. Мин бәләкәйҙән аттарҙы яратам. Хатта уларҙы тай ваҡыттарынан үҙем егергә өйрәтеп алам бит. Хәҙер бар серҙәренә төшөнөп бөттөм инде. Шулай уҡ беҙҙең өс баш һыйыр, 2 баш бейә малы һәм бик күп тай – ҡолондарыбыҙ бар.

Беҙ – ғаиләлә өс ир-егет. Оло ағайым Илнурға – 18, үҙемә 14 йәш булһа, ә бәләкәс ҡустым Искәндәргә - 5 йәш.

Бәләкәйҙән эшкә һөйөү уятҡан ҡәҙерле атайыма һәм әсәйемә ҙур рәхмәтемде еткерәм.

Бына шулай файҙалы һәм күңелле үтә минең яҙғы каникулым”.

Яҙғы каникулым
Яҙғы каникулым
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: