+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яратҡан йырсыбыҙ килде!

Рәил Өмөтбаев Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылына концерт менән килә, тигәс Аделина һеңлем менән ныҡ ҡыуандыҡ. 

Яратҡан йырсыбыҙ килде!
Яратҡан йырсыбыҙ килде!

Түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ үҙен. Көнө еткәс, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында йәшәүсе өләсәйебеҙ менән олатайыбыҙ янына ашыҡтыҡ. 

Концерт бигерәк шәп үтте. Яратҡан йырсыбыҙға ҡушылып йырлап ултырҙыҡ, бейеп тә алдыҡ. Ә аҙаҡ үҙе менән бергә иҫтәлеккә фотоға ла төштөк. 

Матур концерт йәйге каникулыбыҙҙың иҫтәлекле бер көнө булып, күңелдәребеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр. 

Эвелина ШАЙМОРАТОВА, V синыф уҡыусыһы.

Әлшәй районы,

Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: