-9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
23 Сентябрь 2022, 13:20

"Мәктәбебеҙҙең 100 йыллығына – 100 "бишле"

8 октябрҙә Көйөргәҙе районының Яҡшембәт  мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршы аласаҡ.Шул айҡанлы башланғыс синыф уҡыусылары араһында "Мәктәбебеҙҙең 100 йыллығына – 100 "бишле" исемле марафон башлап ебәрҙек.

"Мәктәбебеҙҙең 100 йыллығына – 100 "бишле"
"Мәктәбебеҙҙең 100 йыллығына – 100 "бишле"

Тәү ҡарашҡа 100 "бишле" бик күп тә түгел кеүек. Әммә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеү ауыр  түгел икән. Етмәһә, йәйге каникулдан уҡырға яңы килгәнбеҙ, күп нәмә онотолған, хәтергә төшөрәһе байтаҡ. Шулай ҙа тырыш уҡыусылар ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнгән. Тиҙ арала көндәлектәрҙә "бишле"ләр йылмая ла башланы. Яҡшы билдәләр күңелдәрҙе ҡанатландырып ебәрҙе, сәмләнеп уҡырға тотондоҡ. "Белем алыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу", тип бушҡа әйтмәгән бит боронғолар. Тырышһаң, барыһын да булдырырға мөмкин. Теләк кенә булһын.

 

Фәнүзә Хәлитова,

башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: