+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ололарыбыҙҙы мәктәпкә саҡырҙыҡ

Бөрйән районы Яуымбай мәктәбендә Ололар көнөнә арналған матур һәм иҫтәлекле  сара үтте.   Беҙ белем усағына хаҡлы ялдағы  хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы  саҡырҙыҡ.

Ололарыбыҙҙы мәктәпкә саҡырҙыҡ
Ололарыбыҙҙы мәктәпкә саҡырҙыҡ

Бына улар – Әминә Кинйәкәева, Фәғилә Сәлихова, Асия Исмәғилева, Ғәлиә Аҫылбаева, Мөжәүир Назаров, Айһылыу Мәсәғүтова, Зилә Хәйбуллина, Мәүлит Мөхәмәтйәнов, Гөлдәр Мырҙағолова - Йәғәфәрова, Роза Назарова, Рәйсә Назарова, Әмир менән Басир Назаровтар, Рәил менән Рәмил Латиповтар, Флүзә Назарова, Наилә Исмәғилева, Мөслимә Үтәбаева, Рәшиҙә Латипова, Сара Кинйәкәева һәм Маһира Хөбөтдинова.
Сараның тәүге өлөшөндә мәктәп етәксеһе Зилә Марат ҡыҙы Зәкирова ололарҙы байрам айҡанлы ихлас ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Байрам уңайынан уҙғарылған түңәрәк өҫтәл артында әңгәмә ойошторолдо. Был сара уҡыусылар өсөн бик фәһемле булды.
Сәхнә йондоҙҙары – уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт һәм уларҙың үҙ ҡулдары менән әҙерләнгән бүләктәре оло быуын вәкилдәре тарафынан йылы ҡабул ителде.
Икенсе өлөшө мәктәп ашханаһында сәй табыны артында дауам итте. Хеҙмәт иткән урындарынан бүләк алыу ололар өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Иҫтәлеккә фотоға төшөү ҙә ойошторолдо.
Ил-йортобоҙға именлек теләп, рәхмәттәр әйтеп, ҡыуанышып таралышты ололарыбыҙ.
Яуымбай мәктәбендә үткән ошондай осрашыу уҡыусылар күңелендә ололарға ихтирам, хөрмәт, матур ҡараш, илһөйәрлек тәрбиәләй.  Матур сараны ойоштороуҙа мәктәп етәксеһе Зилә Марат ҡыҙы Зәкированың, мәктәптең профсоюз комитеты рәйесе, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Хәлиҙә Мазһар ҡыҙы Назарованың, тотош мәктәптең хеҙмәт коллективының, уҡыусыларҙың роле ҙур булды.

Сәйҙә Сәйәхова,  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Фото: Сәйҙә Сәйәхова.

Ололарыбыҙҙы мәктәпкә саҡырҙыҡ
Ололарыбыҙҙы мәктәпкә саҡырҙыҡ
Ололарыбыҙҙы мәктәпкә саҡырҙыҡ
Ололарыбыҙҙы мәктәпкә саҡырҙыҡ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: