+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Әҙилә йыһанды өйрәнә

Ҡояш тирәләй нисә планета әйләнә? Улар нисек атала? Ошо һорауҙарға ҡайһы бер өлкән кешеләр ҙә яуап бирә алмай әле. Ә бына II синыф уҡыусыһы Әҙилә Ғайсина уларҙы ун бармағы кеүек белә, сөнки үҙенең бик шәп йыһан макеты бар.

Әҙилә йыһанды өйрәнә
Әҙилә йыһанды өйрәнә

Әҙилә – бик яуаплы ҡыҙ, бар эште еренә еткереп башҡара. Йыһан темаһына ҡул эше алып килегеҙ, тип әйтелгәс, Ҡояш системаһының макетын яһарға булған. Уҡыусыма әсәһе ярҙам иткән. Был эшкә бар синыф менән һоҡландыҡ.

Әҙилә «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Яратҡан дәрестәренең береһе – рәсем. Йышыраҡ аттар­ҙы төшөрә.

Синыфта уҡыу секторы өсөн яуаплы булараҡ, миңә төрлө ойоштороу эшендә ярҙам­лаша. Өйҙә ул – хәстәрлекле апай. Әсәһе тирә-яҡта торт бешереү оҫтаһы булып танылған. Әҙилә 2 йәшлек Әминә һеңлеһен матур итеп ҡарашҡас, әсәһе заказдар­ҙы ваҡытында үтәп өлгөрә.

Былтыр уҡыусым «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында район буйынса еңеүсе булды һәм республика этабында ҡатнашып ҡайтты. Быйыл да әҙерләнеп йөрөй, икәүләп әкиәт һайлап ҡуйҙыҡ.

Илүзә ӘФЛӘТУНОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: