79 йыл элек ҡаһарман һалдаттарыбыҙҙың йән аямай көрәшеүе һәм тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙакәр тырышлығы менән, ҙур юғалтыуҙар кисереп, халҡыбыҙ Бөйөк Еңеү яулай. Яҡты киләсәгебеҙ, аяҙ күк, тыныслыҡ өсөн һуғыш ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп бөткөһөҙ.
Йыл да гөрләп үткән был байрамдан Өфө районының Зубов ауылы Мәғариф үҙәгенең “Белем” балалар баҡсаһы ла ситтә ҡалмай. Тәрбиәләнеүселәр ҡәһәрле һуғыш тураһында хикийәләр тыңланы, һалдаттар, еңеү, тыныслыҡ тураһында йырҙар йырланылар. Ватаныбыҙҙың геройҙары менән таныштылар, һуғыш тураһында фильм ҡаранылыр, хәрби йырҙар тыңланылыр.
Балалар тәрбиәселәре менән төрлө онлайн конкурстарҙа, акцияларҙа әүҙем ҡатнаштылар.
Оло байрам – 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Донъялар именлеге, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ. Киләсәгебеҙ яҡты, матур, тыныс булһын!
Гөлнара Темирова,
музыка етәксеһе.
Өфө районы,
Зубов ауылы.