-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
11 Сентябрь 2024, 15:17

Изге эштәр башҡарҙым

Мартта үткән һайлау көндәрендә ирекмән булғайным. Шунда йәйге каникулымды нисек уҙғарырға план ҡороп та ҡуйҙым.

Мин «Добро.ру» сайтына теркәлгәйнем. Был социаль селтәр менән ҡыҙыҡһына башланым.
Июндә мәктәптәге ремонт эштәрен тамамлағас, Туймазылағы «Лидер» йәштәр үҙәгенең «Ровесник» клубына юл тоттом. Беҙҙе унда 2 аҙналык ял һәм хеҙмәт лагеры көтә ине. Көндәрем психология фәне менән танышыуҙан башланып китте. Оҫталыҡ дәрестәре, бассейнда йөҙөү, ирекмәнлек эштәре, «Ҡала көнө», һабантуйҙа ярҙам күрһәтеү, маскировка селтәрҙәре үреү, кинотеатрҙарға барыу, ҡыҙыҡлы уйындар... Артабан күп саралар ойошторолдо. Лагерҙа бик күп дуҫтар таптым.
Бер нисә көндән ҡалала 3 көнлөк «Минең киләсәк һөнәрем» йәштәр форумы уҙҙы. Тәүҙә психолог тестарын үттек. Оҡшаған һөнәрҙәргә арнап плакат яһаныҡ. Конкурс, викторина, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Күргәҙмәләр ҡараныҡ. Ябылыу тантанаһында беҙгә сертификат тапшырҙылар. Июль айында Өфөгә бар­ҙым. Унда апайым эшләгән балалар баҡсаһында ярҙам иттем. Ришат Төхвәтуллиндың хәйриә концертында ла булып өлгөрҙөм.
«Добро.ру» сайтында экология буйынса ойошторолған «Бер тапҡыр ҡулланыла торған пакеттарҙан баш тартыу аҙналығы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға булдым. «Бәйләнештә»ге сәхифәмдә ошо хаҡта пост ҡуйҙым да үҙем теккән шопперҙарымдың фотоһын теркәнем. Был акцияла Рәсәйҙең 70 төбәгенән ҡатнаш­ҡайнылар. Шуларҙың 50-һе еңеүсе булды. Был исемлектә мин дә бар инем.
2 августа Туймазыла Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә бағышлап һәйкәл асыл­ғайны. Бик күп яугирҙар менән осрашыу булды. Унда почётлы ҡарауылда торҙом. Афған, Чечен һуғыштарында ҡатнашҡан, МХО-нан ҡайтҡан ағайҙарҙың шундай берҙәм булыуҙарына һоҡландым.
Физкультура көнөндә күптәнге хыялым тормошҡа ашты. Беренсе синыфтан спорт судьяларына ҡыҙығып ҡарай инем. Был көндө үҙем дә ошо вазифаны башҡарҙым. Ныҡ оҡшаны.
Йәнә Ҡазандан ҡунаҡтар килде. Улар­ға олатайым Даим Яуышев, ул төҙөгән мәктәп музейы, ижады һәм ауылыбыҙ тураһында тапшырыу төшөрөргә кәрәк ине. Бик иҫтәлекле көн булды.
Беҙ ғаиләбеҙ менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға мендәр тегергә клубҡа йөрөйбөҙ. Әле Курск хал­ҡына гуманитар ярҙам йыялар. Мин дә үҙ өлөшөмдө индерергә булдым: балаларға шопперҙар тектем, дәфтәр-ручкалар, кәрәк-яраҡ әйбер­ҙәр тапшырҙым.
Каникул ваҡытында ике аҙналыҡ хәрби-патриотик йыйында ла булып өлгөрҙөм. Унда оҫталыҡ дәрестәрендә, спорт ярыштарында ҡатнашыу, экскурсиялар, маскировка селтәре үреү тик йылы хәтирәләр ҡалдырҙы.
Ә йәйҙең һуңғы көнөндә беҙҙе «Йәш армеецтар» сафына ҡабул итеп, значоктар тапшырҙылар. Нисек ҡыуанғанымды күр­һәгеҙ!
Йәйге каникулымда ҡулымдан килгәнсә кешеләргә ярҙам итә алғаныма шатланып бөтә алмайым.

Ландыш РАМАҘАНОВА, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас