-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
14 Февраль 2025, 12:41

Йәш ҡотҡарыусылар

Маҡан ауылы мәктәбенең VII синыф уҡыусылары йәш ҡотҡарыусылар сафына инде.

Йәш ҡотҡарыусылар
Йәш ҡотҡарыусылар

Тантаналы сарала Мәғариф идаралығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Улар балаларҙы мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм уңыштар теләне.

Уҡыусылар йәш ҡотҡарыусылар антын биреп, намыҫлы һәм тоғро иптәш булырға, өлкәндәрҙе ихтирам итергә һәм кеселәргә ярҙамлашырға, уҡыуҙа һәм спортта еңеүгә ынтылырға, сәләмәт тормош алып барырға, илебеҙҙең патриоты һәм лайыҡлы гражданы булырға вәғәҙәләне. Сара барышында балаларға «Йәш ҡотҡарыусы» танытмаһы тапшырылды.

 

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Йәш ҡотҡарыусылар
Йәш ҡотҡарыусылар
Йәш ҡотҡарыусылар
Йәш ҡотҡарыусылар
Йәш ҡотҡарыусылар
Йәш ҡотҡарыусылар
Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас