-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

"Хәрефтәр һәм Әкиәттәр иленә сәйәхәт"

Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған иң ғәзиз бүләк, васыят. Үҙен башҡортмон, тип һанаған һәр бер кеше үҙ туған телен яҡшы белергә тейеш.

"Хәрефтәр һәм Әкиәттәр иленә сәйәхәт"
"Хәрефтәр һәм Әкиәттәр иленә сәйәхәт"

Балаларҙа башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау, дәүләт теленең дәрәжәһен тағы ла юғарыраҡ күтәреү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Туған телебеҙҙең нәфислеген,  гүзәллеген һәм уны нисек бар шул килеш киләһе быуынға еткерергә тейешбеҙ.
Ейәнсура район балалар китапханаһы башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫеп килгән быуынға тапшырыу маҡсаты менән «Әсәм теле - сәсән теле» («Мой родной язык – язык сэсэнов») исемле яңы проект төҙөнө.
Проект сиктәрендә Иҫәнғол ауылы "Тирмәкәй" балалар баҡсаһының "Ҡурай" төркөмө тәрбиәләнеүселәре өсөн (тәрбиәсеһе - Ләйсән Рәсих ҡыҙы Ҡурбанаева) “Хәрефтәр һәм Әкиәттәр иленә сәйәхәт” исемле сара үтте.

Сәйәхәтте балалар уйын формаһында башланылар. Башҡорт теленең алфавиты менән танышып, шул “өйҙә” йәшәгән йәнле хәрефтәр менән һүҙҙәр төҙөп, уларҙың мәғәнәләрен аңлаттылар. Артабан бирелгән һүҙҙәр менән пазлдар йыйҙылар. Сараның икенсе өлөшөндә кескәйҙәр "Әкиәттәр иленә" юлландылар. “Таң батыр”,  “Иң тәмле нәмә”,  “Бәпембә балалары” әкиәттәре менән таныштылар. Халыҡ әкиәттәре балаларҙың күңеленә хуш килде. Әкиәттәр аша бәләкәстәр дуҫлыҡ һәм татыулыҡ, берҙәмлек һәм батырлыҡ кеүек сифаттарҙың төшөнсәләрен асыҡланылар. Сара бик күңелле һәм фәһемле үтте.
Балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыла икән, тимәк, киләсәк быуындың телде һаҡлап ҡалыуына ышанысыбыҙ бар.


 Г. Илтенбаева,

балалар китапханаһы мөдире. 

Ейәнсура районы.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас