+27 °С
Облачно
VKOKTelegram

Йәш армеецтар слёты

Районыбыҙ йәш армеецтары араһында кемдәр иң-иңе икән? Көс һынашыу өсөн улар Аҡъярҙағы «Уңыш» стадионына йыйылды.

Йәш армеецтар слетыЙәш армеецтар слеты
Йәш армеецтар слеты

Слётта барлығы 10 команда – 100-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Автоматты һүтеп ҡороу, атыу, граната ташлау, беренсе ярҙам күр­һәтеү, турникта күтәрелеү, төрлө аралыҡҡа йүгереү, тематик плакат эшләү кеүек һынауҙарҙы лайыҡлы үтте улар.
Кескәйҙәр араһынан – Аҡъяр­ҙағы 3-сө полилингваль мәктәп, ә өлкәндәрҙән 2-се мәктәп йәш армеецтары еңеү яуланы. Бөтә командалар ҙа ойошҡанлыҡ, бер­ҙәмлек, ныҡышмалылыҡ күр­һәтеп, яугир ҡартатайҙарына, атайҙарына лайыҡлы алмаш булып үҫеп килеүҙәрен дә­лил­ләне. Улар­ға ҡарап, Тыуған илебеҙҙең киләсәге, тыныслығы өсөн ышаныс арта.

Әлиә СӘЛИМОВА, Балалар ижады йорто ойоштороусыһы-педагогы.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.

Йәш армеецтар слеты
Йәш армеецтар слеты
Йәш армеецтар слеты
Йәш армеецтар слеты
Йәш армеецтар слеты
Йәш армеецтар слеты
Йәш армеецтар слеты
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас