-9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
26 Июль 2021, 09:11

Ниндәй таштар уңыш, бәхет, аҡса килтерә?

Ҡиммәтле таштар ювелир әйберҙәренең биҙәүесе генә булып тормай, уларҙың кешегә тәьҫир итеү көсө лә бар.  

Ниндәй таштар уңыш, бәхет, аҡса килтерә?
Ниндәй таштар уңыш, бәхет, аҡса килтерә?

Родонит, мәҫәлән, кешегә ышаныс өҫтәй. Ул мөһим мәлдәрҙә үҙ көсөңдө тупларға ярҙам итә. Был ташты үҙендә йөрөткәндәрҙең матди хәле нығый, алдағы көнгә ҡуйған маҡсаттары хаҡында яҡшы беләләр. Белгестәр әйтеүенсә, әгәр уны уң кеҫәңә һалып йөрөтһәң, үҙенсәлектәре тағы ла артып китә.

Гәрәбәне (янтарь) бик маҡтайҙар. Ул аҡса һәм уңышты тартыу магниты булып иҫәпләнә. Әлеге таш хужаһына муллыҡ, бәхет килтерә. Финанс ауырлыҡтары күрмәҫ өсөн, гәрәбәле беләҙек йөрөтөү кәңәш ителә.

Эйәләре эшһөйәр икән, рубин да йортҡа байлыҡ, уңыш йәлеп итә. Ул Мәскәү һәм бөтә Рустың бөйөк кенәзе, бөтә Рустең беренсе батшаһы Иоанн IV Васильевичтың (ҡушаматы Иван Грозный) яратҡан бетеүе булған.

 

 

 

Фото: https://sterlegrad.ru/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: