+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
14 Август 2021, 08:00

Шәмбелә тыуғандар яҙмыштарына һис зарланмай

Дуҫтар, һеҙ аҙнаның ҡайһы көнөндә тыуғанһығыҙ? Баҡһаң, был кешенең яҙмышына һәм холҡона бик тәьҫир итә икән.  

Шәмбелә тыуғандар яҙмыштарына һис зарланмай
Шәмбелә тыуғандар яҙмыштарына һис зарланмай

Дүшәмбелә тыуғандарға хислелек, йомшаҡлыҡ хас. Уларҙың кәйефе үҙгәреп тороусан.

Шишәмбелә тыуғандар ҡыйыу, маҡсатына ынтылыусан, ҡурҡыу белмәҫ булыуҙары менән айырыла.

Шаршамбыла донъяға килгәндәрҙең тормошо һис күңелһеҙ түгел. Яңы танышыуҙар, сәйәхәттәр көтөп кенә тора. Журналистика, уҡытыу йәки мөхәррирләү эше буйынса һөнәр һайлаһалар, бик һәйбәт.

Кесе йомала тыуғандар иғтибар үҙәгендә булырға, тәьҫир ҡалдырырға ярата. Уларҙан бик шәп философтар сыға. Мәғариф өлкәһендә эшләү, йәмәғәт эше менән шөғөлләнеү кәңәш ителә.

Йомала тыуғандарҙың һиҙемләүе бик һәйбәт. Бик рәнйеп барыусандар. Шуға улар ярҙам итеүгә, сәнғәткә бәйле һөнәрҙәрҙе һайлай ала.

Шәмбелә тыуғандар бик үҙ аллы кешеләр, яҙмыштарына һис зарланмай. Үҙҙәре йомоҡ булһалар ҙа тиҙ асылып барыусандар.

Йәкшәмбелә донъяға килгәндәр бик оптимист. Хатта бик көсөргәнешле хәлдәрҙә лә тирә-яҡтағыларҙың кәйефтәрен күтәреп ебәрәләр. Шул уҡ ваҡытта улар бик талапсан, шуға алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешәләр.

 

Фото: https://sterlegrad.ru/.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: