Осрашыуҙа шулай ук фигуралы шыуыу оҫтаһының әсәһе Алһыу Вәлиева ла ҡатнашҡан. Рөстәм Миңлеханов, Камила Вәлиеваның спорттағы уңыштары йәш спортсылар өсөн үрнәк булып тора, тип билдәләп үткән. Татарстан Президенты спортсы ҡыҙға - “Дуҫлыҡ” ордены, ә Алһыу Вәлиеваға “ТАССР төҙөлөүгә - 100 йыл” миҙалы тапшырҙы, тип хәбәр итә Татарстан Республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте.