+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
25 Апрель , 16:30

Сибай интернат-гимназияһы – илдең иң яҡшы милли белем усағы

Күптән түгел Санкт-Петербургта "Минең илем" VI Бөтә Рәсәй педагогика съезы үтте. Уның сиктәрендә иң яҡшы белем усаҡтарын билдәләнеләр.

Сибай интернат-гимназияһы  – илдең иң яҡшы милли белем усағы
Сибай интернат-гимназияһы – илдең иң яҡшы милли белем усағы

Съезда 3-сө "Сибай" полилингваль күп профилле гимназия-интернаты директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова ҡатнашты. Бөтә илдең педагогтары ил эскперттары менән ил мәғарифен үҫтереү буйынса һорауҙарға яуаптар эҙләне, дискуссион майҙансыҡтарҙа ҡатнашты, оҫталыҡ дәрестәре ҡараны, консультациялар алды.

"Илдең иң яҡшы 500 белем биреү учреждениеһы" конкурсында Сибай интернат-гимназияһы "Иң яҡшы белем биреү учреждениеһы  – 2024", "Иң яҡшы милли мәктәп – 2024" номинацияларында еңеү яуланы.

Афарин! Ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Резеда Валиева.
 
Фото: "Атайсал" төбәк гәзите.
Сибай интернат-гимназияһы  – илдең иң яҡшы милли белем усағы
Сибай интернат-гимназияһы  – илдең иң яҡшы милли белем усағы
Сибай интернат-гимназияһы  – илдең иң яҡшы милли белем усағы
Сибай интернат-гимназияһы – илдең иң яҡшы милли белем усағы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: